Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы дауам итә

Бөгөн уның өсөнсө көнө. “Ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек оло хөрмәткә нигеҙләнгән. Бәйләнештәрҙе нығытыуға президенттар Владимир Путин һәм  Касым-Жомарт Тоҡаев ҙур иғтибар бүлә”, - тип белдерҙе Ҡаҙағстандың Сауҙа министры урынбаҫары Ҡайрат Торомбаев. “Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә бик күп ҡаҙаҡ предприятиелары эшләй. Беҙҙә  экспорт мөһим урын биләй”, - тине ул.

Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы дауам итә

Ҡаҙағстандың Тараз ҡалаһы һөнәрселәр ҡалаһы тип нарыҡланған.  Баш ҡалабыҙ Өфө лә ошондай исемгә дәғүә итә. Тейешле документтар Бөтә донъя кәсепселәр советына тапшырылған.“Ағиҙел” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Гүзәл Кәримова ошо турала белдерҙе.

Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы дауам итә

Бөгөн Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы барышында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү була. Унда декоратив-ҡулланма ижад темаһы һәм этномәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡарала.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ