Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Галымжан Койбышев менән осрашты. Берлектә булдырылған юл картаһы, машиналар эшләү, нефть һәм газ химияһы, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендәге проекттар буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан тышҡы сауҙа әйләнешенең ҙур өлөшө Ҡаҙағстанға тура килә. Унда нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм пакер ҡоролмалары етештереү компаниялары вәкиллектәре эшләй. Беҙ сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика тармағында хеҙмәттәшлекте киңәйтәбеҙ, берлектәге яңы проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Ауыл хужалығы, фән һәм мәғариф өлкәһендә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытабыҙ, тине Радий Хәбиров.




