Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында шулай тип белдерҙе. “Был сара ике илдең сауҙа- иҡтисадын үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора”, тине Ҡасым-Жомарт Токаев.
Ҡаҙағстан менән Рәсәй араһындағы тауар әйләнеше 27 миллиард долларға еткән. Рәсәй компаниялары полиэтилен, минераль ашлама, машиналар эшләү ҡорамалдары һәм башҡа тауарҙарҙы экспортҡа оҙата. Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы бөгөн тамамлана.




