Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумының пленар ултырышы башланып тора. Илдең Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач:
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан 30 йылдан ашыу сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтә. Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе. Республикалар араһында сауҙа үҫеше арта. “Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирә”, - тип белдерҙе Ҡаҙағстан Сауҙа министры урынбаҫары Ҡайрат Торомбаев.




