"Республика сит илдәр менән бәйләнештәр булдырыуға ҙур иғтибар бүлә”, - тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
“Конгресс ике дәүләт төбәктәренә яңы бәйләнештәр булдырырға, хеҙмәттәшлекте киңәйтергә, яңы баҙарҙар асырға мөмкинлек бирергә тейеш”, - тип иҫәпләй Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач.
1993 йылда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тураһында килешеү төҙөлә. Бөгөн Ҡаҙағстан беҙҙең республиканың төп партнерҙарының береһе. Туризм буйынса эксперт, эшҡыуар һәм блогер Артур Иҙелбаев фекеренсә, Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Әлеге минуттарҙа Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар өлөшө бара.




