Саҡмағош районы Зәмәй ауылында йәшәгән Зөлфиә Ғәтиәтуллина шулай тип белдерҙе. Уның улы Эдуард Ғәтиәтуллин ҡаһарманлыҡ, тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Эдуард армияла Алыҫ Көнсығышта мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул Запорожье өлкәһендәге алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
Фронтта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ “Батырлыҡ” орденына күрһәтелә. Награда уның әсәһенә тапшырыла. Зөлфиә Фәнис ҡыҙы бөгөн ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Донбасҡа гуманитар ярҙам ташый.





