Баш ҡалала «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте


Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Рәсәй субъекттары менән Ҡаҙағстан өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһимлеген билдәләне.Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев фекеренсә, форумдың Өфөлә үткәрелеүе символик мәғәнәгә эйә. Был - йылдам үҫешеүсе иҡтисадты һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡала, тине сиn ил етәксеһе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Эшлекле һөйләшеүҙәр , яңы килешеүҙәр һәм дәүләт-ара маҡсаттар. Өфөлә үткән «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы бизнес һәм власть вәкилдәрен берләштереп диалог майҙанына әүерелде. Форум ҡунаҡтарын видеобәйләнеш аш ил президенты Владимир Путин сәләмләп, Ҡаҙағстан Рәсәйҙең ышаныслы партнерҙарының береһе тип билдәләне. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике дәүләт араһында тауар әйләнеше 30 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡаҙағстан иҡтисадына Рәсәйҙән 13 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә етди иғтибар бүленә. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында байтаҡ Ҡаҙағстан студенттары белем ала.

Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев Өфөлә ойошторолған 20-се юбилей форумды юғары баһалап оло рәхмәтен белдерҙе. Халыҡ-ара кимәлдә үткән форум ике илдең сауҙа-иҡтисади кооперацияһын үҫтереүгә тағы ла бер этәргес буласағына ышанысын белдерҙе.

«Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, аппарат етәксеһе Ғәлимжан Койшыбаев сығыш яһаны. Осрашыуҙа Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың Костанай, Аҡтүбә өлкәләре араһында хеҙмәттәшлек меморандумы төҙөлдө.

Форумдың пленар өлөшөндә Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президентына иҫтәлекле бүләк эшләне. Республика етәксеһе ҡунаҡтар аша Президенттың атаһы Кемель Токаевтың башҡорт теленә тәржемә ителгән «Серле эҙ» китабын тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ Кемел Токаевтың әҫәрен Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының яҡты иҫтәлегенә тәрән хөрмәт билдәһе итеп башҡорт теленә тәржемә иттек һәм уны лайыҡлы улына тапшырабыҙ, - тине Башҡортостан башлығы.

Өфөлә үткән «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумында 30 төбәктән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Алты делегацияны губернаторҙар етәкләне. Омск өлкәһе башлығы Виталий Хоценко 2026 йылда хеҙмәттәшлек форумын Омск ҡалаһында үткәреү тәҡдимен еткерҙе.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ