Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәренә йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм тормош-көнкүреш кәрәк -яраҡтары тупланған посылкалар алып бара. Ир-егеттәр ялда яҡындары янында булып, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Тыуған ерҙә көс алғандан һуң улар яңынан Ватан һағына баҫа
Бөгөн контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итеүселәргә йылына 3 миллион 850 мең һум аҡса түләнә. Шулай уҡ республикала «Рекрут»проекты ла ғәмәлдә. Контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә 50 мең һум күләмендә түләү ҡаралған. Һорауҙар менән Ситуация үҙәгенә 122 телефоны буйынса йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.



