Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала


Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ултырышта барлығы иллегә яҡын мәсьәлә ҡаралды, ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән башланғыстар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

2025 йылға тәҡдим ителгән бюджет проектында килемдәр өлөшө яҡынса 324 миллиард һум тәшкил итһә, сығымдар - 328 миллиард һум булыр тип көтөлә. 4 миллиард һум күләмендәге дефицит финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тәьмин ителгән. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында бюджет проекты тәүге уҡыуҙа ҡаралып, ҡабул ителде. Финанс документҡа төҙәтмәләр индереү ҙә ҡаралған.

Илдәге ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, республика барлыҡ социаль йөкләмәләрен һәм ярҙам сараларын һаҡлап ҡала. Сығымдарҙың 80 проценты социаль йүнәлешле, мәғарифҡа 90 миллиард һум бүленһә, милли иҡтисад һәм социаль сәйәсәткә дөйөм алғанда, яҡынса 135 миллиард һум ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә айырым иғтибар.

Бюджет проектында төбәк инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу, иҡтисад тармаҡтарын һәм социаль өлкәне фәнни-технологик үҫеш менән тәьмин итеүгә лә баҫым яһалған.

Белгестәр билдәләүенсә, республиканың финанс сәйәсәте баланста ҡала, бурыс тотороҡлоғо юғары. Барлыҡ йөкләмәләр ваҡытында үтәлә.


Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа эшләргә тура килә. Инфляция юғары кимәлдә, һөҙөмтәлә төп ставка ла арта. Шуға ҡарамаҫтан киләһе өс йылға Башҡортостан бюджеты минималь дефицит менән проектланған. Минеңсә, был документтың дәрәжәһен күтәрә .

Рөстәм Ахунов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, иҡтисад фәндәре докторы

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 15-cе ултырышында көн тәртибенә иллегә яҡын мәсьәлә сығарылғайны, уларҙың төп өлөшө ҡануниәткә үҙгәрештәр индереүгә бәйле. Депутаттар муниципаль янғын һүндереү хеҙмәттәрен һәм ирекле янғын һүндереүселәрҙең йәмәғәт берләшмәләрен транспорт һалымынан азат итергә тәҡдим итә. Бынан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ла саралар ҡарала.

Закон проекттарының береһенә ярашлы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә контролде арттырып, даими рейдтар уҙғарыу, инспекторҙарға документтарҙы һәм транспорт сараларын тикшереү буйынса өҫтәмә вәкәләттәр биреү ҡаралған. Шулай уҡ төбәктә туризмды үҫтереү мәсьәләһенә лә иғтибар юғары. Башҡортостандың атҡаҙанған туризм өлкәһе хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем булдырылыуы ла быға асыҡ дәлил.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ