Рәсми делегациялар менән осрашыуҙар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Рәсәй - Ҡаҙағстан» 20-cе юбилей төбәк-ара форумы ҙур мәҙәни һәм спорт байрамына әүерелде тип яҙҙы.
Өфөгә форумда ҡатнашыу өсөн 30 төбәктән 3 меңдән ашыу кеше һәм Ҡаҙағстандың 13 төбәгенән власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килгән. Күләмле сараны ойоштороусыларға Радий Хәбиров рәхмәт белдергән һәм алда уртаҡ эштәр, проекттар байтаҡ. Артабан хеҙмәттәшлекте киңәйтеп ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү мөһим , - тип билдәләгән.




