Яугир менән һөйләшеү. Шишмә районында «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев менән осрашыу үтте. Биләмәлә хәрби күнекмәләргә йыйылған 10-сы класс егеттәре яугир менән аралашып, борсоған һорауҙарына яуап алды. Алғы һыҙыҡта ҡаты яраланып ҡулһыҙ ҡалған Артур Ғәлиев илһөйәрлек дәресендә Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, шулай уҡ әрме сафында хеҙмәт итеүҙең әһәмиәте тураһында һөйләне. «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үҫмерҙәр йыл дауамында хәрби уҡыуҙар үтеп, белемен камиллаштыра, физик сәләмәтлеген нығыта.



