Шаран районында урындағы башланғыстар программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла


Унда Дүртөйлө ауыл биләмәһенә ҡараған Бурһыҡ ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортонда 2025 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына инеү буйынса дөйөм йыйылыш уҙҙы. Унда бер тауыштан ауыл эсендәге юлды ремонтлау, мәҙәниәт усағын тәртипкә килтереү, фап төҙөү мәсьәләләре күтәрелде. Йыйылыштан әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған махсус хәрби операция яугиры ла ситтә ҡалманы. Сара әсәйҙәргә һәм ил һаҡсыларына арналған йөкмәткеле концерт менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ