Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында дизайнер, программист һәм менеджерҙарҙың «Кибер-102» форумы үтте. Бизнес өсөн продукттар әҙерләү һәм IТ өлкәләге командаларҙы берләштереү маҡсаты ҡуйылған ярыш барышында студенттар кеҫә телефоны өсөн ҡушымталар, веб-платформалар булдырҙы һәм виртуаль ысынбарлыҡта эшләне. Хакатонда мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Уларҙың иң бәләкәйе 2-се класта уҡый. Форумда 170 айтишник көс һынашты.



