Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған юбилей саралары дауам итә. Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры ла әҙиптең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Ул башҡортсанан руссаға яңынан тәржемә ителгән вариантта. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәхнәлә башҡорт классигы Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы. 1963 йылда яҙылған пьесаны әлегәсә халыҡ яратып ҡабул итә. 70-се йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән осорҙа актриса Венера Хәсәнова Ишмырҙа ролен уйнаһа, һуңынан уға күп кенә массовкаларҙа сығыш яһарға тура килә. Бөгөн ул үҙенең күптәнге хыялы, төп ролде - Тәңкәбикә образын сәхнәләштерҙе.
60 йыл эсендә Рәсәйҙең, шулай уҡ сит ил театрҙары сәхнәһендә йөҙҙәрсә тапҡыр уйналған «Ай тотолған төндә» пьесаһына бөгөн тотоноу, һис шикһеҙ, ҡыйыулыҡ талап итә. Бынан тыш, тәрән фәлсәфә менән һуғарылған әҫәрҙе һәр режиссер ҙа сәхнәләштерә алмай. Сөнки, аныҡ маҡсаттан тыш, көслө команда ла кәрәк. Өҫтәүенә, ҡуйыусы режиссер Мостай Кәримдең Яков Козловский тарафынан тәржемә ителгән вариантынан ҡабул итмәй, үҙе был эшкә тотона.
Салауат ҡалаһының рус йәштәр театры спектаклде өсөнсөгә сәхнәләштерҙе. Тулы зал йыйған спектакль көслө алҡыштар аҫтында тамамланды. Тамашасылар араһында әҙиптең ҡыҙы ла бар ине.
Рус йәштәр театры 2018 йылдан эш башлауға ҡарамаҫтан республика кимәлендә үҙен танытып та өлгөргән. Ошо рәүешле улар үҙ йөҙөн булдырып, етди сәхнә әҫәрҙәре менән алға атлай.
Азат Ғәлиуллин



