Яңауыл районында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы үтте


Сарала гүзәл заттар үҙҙәренең һәм балаларының һаулығын тикшертеп, табиптарҙан консультация алды, байрам тамашаһында ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө йүнәлештәге белгестәр менән аралашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.

Баш ҡаланан килгән гастроэнтеролог, эндокринолог, онколог, гинеколог, аллерголог һәм балалар табиптары көн дауамында 230-ҙан ашыу кешене ҡабул итте. Асыҡ академия майҙанында ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар менән айырым майҙансыҡ ойошторолдо. Яңауыл гүзәл заттары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны. Төбәктә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙа


Асыҡ академияла ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар социаль проекттары менән сығыш яһаны. Гүзәл заттарҙың күҙҙәре янып тора - улар тормошҡа йәм өҫтәп, башҡа кешеләргә ярҙам итергә тырышып йәшәй. Заман ҡатын-ҡыҙҙары күп яҡтан үҫешә - улар ғаилә бәхете йәки һөнәри үҫеш менән сикләнмәй.

Каринэ Хәбирова, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ