Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп майҙансыҡтар Ленин исемендәге майҙанда һәм "Торатау" конгресс-холы янындағы биләмәлә әҙерләнә. Ҡала советы янында Ҡыш Бабай резиденцияһы ойошторола. Көндәр һыуытҡас катоктар әҙерләнә башлай. - Боҙ ҡаласыҡтары файҙаланыуға тапшырыу алдынан тикшерелә, хәүефһеҙлек талаптары үтәлешенә иғтибар була, тип хәбәр итәләр хакимиәттән.




