Шәхси йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡ менән яңы төҙөлгән ҡасаба-ара газ үткәргес тәьмин итә. Газға тоташтырыу сараһында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ҡатнашты. Сәйғәфәр-Йомаш-Юлыҡ-Ишбирҙе газ үткәргесе дәүләт программаһы нигеҙендә төҙөлгән. Азамат Иҙрисов белдереүенсә, Баймаҡ районына газ үткәреү артабан да дауам итә. Яҡын арала Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдарын газға тоташтырыу ҡарала. Газ үткәреү программаһына райондың 32 ауылы индерелгән. Маҡсатҡа ирешеү өсөн 300 километрға яҡын газ торбалары һуҙыла. 10 мең самаһы йортҡа зәңгәр яғыулыҡ бирелә.




