Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Ишембайҙа үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай


Юл фажиғәһе бөгөн иртән ҡаланың Индустриаль шоссеһы урамында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «КамАЗ» водителе һулға боролғанда ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт иткән «Лада Приора»ны үткәрмәй һәм уның менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 19 йәшлек еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе һәләк була. Әле фажиғә урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ