Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә лак-буяу материалдары һаҡланған келәттә көслө янғын сыҡҡан


2 мең квадрат метр майҙанды ялмап алған ут күрше биналарға күсеү ҡурҡынысы менән янай. Юғары ранг буйынса ваҡиға урынына ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 46 хеҙмәткәре һәм 14 берәмек техника йәлеп ителә. Уларға янған буяуҙы туҡтатыр өсөн һыуҙан тыш, күбек тә ҡулланырға тура килә, янғын һүндереү поезы ла килә. Төнгө сәғәт 2-ләрҙә асыҡ ут һүндерелә. Бәхеткә күрә, ҡазаға тарыусылар теркәлмәй. Әле белгестәр янғын сәбәбен һәм күрелгән зыян күләме иҫәпләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ