Милли проекттар ғәмәлдә. Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инәсәк. Шулай уҡ көндөҙгө стационар менән модулле участка дауаханаһы ла тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ.
Дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу булған социаль объектта төҙөлөш эштәре 90 процентҡа башҡарылған. Өс меңдән ашыу кеше йәшәгән Урғаҙа ауылы өсөн мөһим һәм кәрәкле объект. Бында 300 урынлыҡ тамаша залы, күргәҙмә зонаһы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, китапхана, оҫтаханалар тренажер залы урынлашасаҡ. Шулай уҡ үҙәктә балалар сәнғәт мәктәбе буласаҡ. Подрядсы ойошма ҡар ныҡлап ятмаҫ элек машина ҡуйыу урынында эштәрҙе тамамларға иҫәп тота.
Ауылда шулай уҡ тиҙҙән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы модулле участка дауаханаһы сафҡа инәсәк. Урғаҙа халҡы тиҙҙән заманса йыһазландырылған, барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған бинала дауалана аласаҡ.
Урғаҙа ауылында төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк, модулле участка дауаханаһы, шулай уҡ яңы һыу үткәргес - ауыл киләсәге өсөн бик мөһим. Быларҙың барыһы ла - Йылайыр ауыл биләмәһе халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.



