Өфөлә «Дәрүиш рухы» рок-концертында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Хәйбулла районының «Рух» халыҡ вокал-инструменталь рок-төркөмөн ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеров, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы, үҙешмәкәр композитор, бик күп йырҙар авторы Ирек Атанов һәм йәшләй ғүмере өҙөлгән «Дәрүиш Хан» төркөмөнөң элекке солисы Дим Мәннәнгә Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Наградалар башҡорт рогына нигеҙ һалған ижадсыларҙың яҡындарына тапшырылды
Өфөлә күптән түгел асылған «Көрәш һарайы» спорт майҙансығы ғына түгел, мәҙәни һәм эшлекле саралар үткәреү өсөн махсуслашҡан комплекс булыуын күрһәтте. Республикала беренсе тапҡыр үткән «Дәрүиш рухы» рок-фестивале йөҙҙәрсә тамашасыны бергә йыйҙы. «Дәрүиш Хан», «Рух», «Ҡышҡы йәйғор»ҙар менән бер сәхнәлә, рок стилендә башҡарған хәҙерге быуын йәштәре лә сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә: фестивалдә тәжрибәле туҡһанынсы йылдар йондоҙҙары менән бергә йәш музыканттар ҙа сығыш яһай. Тап ошондай саралар уларға көс бирә, ҡанат ҡуя ла инде.



