«Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда Балашиханың «Витязь» клубын тар-мар итте


Икенсе осорҙа Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре бер-бер артлы өс тапҡыр уңышҡа өлгәште. Бының өсөн уларға 3 минут 22 секунд талап ителде. Тәүҙә күпселектә уйнауҙы файҙаланып Нейтан Тодд иҫәпте асты. Был осраҡта легионерға пасты уның ватандашы Джошуа Ливо бирҙе. Канада вәкиленең был йәрәхәттән һуң тәүге уйыны ине. Артабан дәғүәселәр ҡапҡаһы артында Данил Алалыкин менән Денис Ян ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Өсөнсө осор аҙағында Александр Хмелевскийҙың шайбаһы яҡташтарыбыҙға 4-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Әйтергә кәрәк, ҡапҡа һаҡсыбыҙ Александр Самонов икенсе уйын рәттән бер гол да үткәртмәне. Киләһе осрашыуын «Салауат Юлаев» клубы иртәгә үткәрә. Өфөгә Мәскәүҙең «Спартак» командаһы килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ