Радий Хәбиров Краснокама районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты


Николо-Березовка ауылында Радий Хәбиров Краснокама районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Радий Хәбиров Өфөлә батырҙар иҫтәлегенә мемориаль комплекс төҙөргә ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Республика муниципалитеттарында шулай уҡ Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға арналған мемориалдар барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан башлығы төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә булыуын билдәләп, Краснокама районы хакимиәтенә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына тейешле ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға ҡушты.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ