Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалалары ҡуйы томан ҡамауында ҡалды


Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта һауала, шул иҫәптән Башгидрометүҙәк постарында бысратыусы матдәләр буйынса рөхсәт ителгән концентрацияның артыуы асыҡланған.

Белгестәр раҫлауынса, саң болоттарының барлыҡҡа килеүенә насар метеорологик шарттар булышлыҡ иткән. Ел булмау сәбәпле, атмосфераның ер өҫтө ҡатламында автомобилдәрҙән һәм сәнәғәт предприятиеларынан сыҡҡан бысратыусы матдәләр тупланған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләүҙәренсә, тәүге көндән алып өс ҡалала ла насар метеорологик шарттарҙың икенсе режимы ғәмәлдә ҡала. Был ваҡытта предприятиелар һауаға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы 20-40 процентҡа кәметергә бурыслы. Башгидрометтың яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа торошо һәм насар булған метеорологик шарттар ошо көндәрҙә алмашыныр тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ