Өфөнөң 450 йыллығына арналған сара «Торатау» конгресс-холында ике көн дауам итәсәк. Форумда Рәсәй, Беларусия, Ҡытай, Үзбәкстан, Бразилия һәм башҡа илдәрҙең кардиология белгестәре, мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә. Евразия конгресының тәүге көнө хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Йөрәкте күсереп ултыртыу, юғары технологиялы операциялар яһау - Республика кардиология үҙәге хирургтарының көндәлек эше. Башҡортостан табиптары алдында төп бурыс - кешенең ғүмер оҙонлоғон арттырыу тора. Әле ул 73 йәш тәшкил итә. Юғары күрһәткескә ирешеү өсөн үлем осраҡтарын кәметеү мөһим һәм, тәү сиратта, иғтибар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына йүнәлтелә.
Конгресс - бер йыл эсендә тупланған белемде, дауалауҙа яңы алымдарҙы барлау мөмкинлеге. Был һуңғы йылдарҙа айырыуса көнүҙәк. Ҡан әйләнеше менән бәйле ауырыуҙар коронавирус арҡаһында ла күбәйгән. Кардиология өлкәһендә йыйылған һорауҙарҙы тикшерергә мең ярымдан ашыу медицина хеҙмәткәре йыйылды. Сараның тап Өфөлә үтеүе оло әһәмиәткә эйә, тине Урал Килсенбаев.
Республика кардиология үҙәген алғанда йыл һайын бында 14 меңдән ашыу пациент стационар һәм 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала. Бер йыл эсендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына 17 меңгә яҡын операция һәм тикшеренеүҙәр башҡарыла. Дауалауҙа яңы ысулдар индерелә. Әле Өфөлә Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәге эшләп килә, киләһе йыл Кардиохирургия корпусы сафҡа инәсәк. Ә күсмә кардиология модуле республиканың алыҫ райондарына ла барып етергә мөмкинлек бирә. Һуңғы алты йыл эсендә бер меңдән ашыу сәфәр ойошторолған. Был хаҡта 4-се Евразия конгресын асыу сараһында хәбәр ителде. Күләмле сараға ун илдең алдынғы белгестәре йыйылған. Тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡлы ойошторолған.
Сара пленар ултырыш менән башланды. «Торатау» конгрес-холы сәхнәһендә белгестәр, Башҡортостан медицинаһы һәм кардиология хеҙмәтенә ҙур өлөш индергән табиптарҙы бүләкләү тантанаһы ла үтте. Республика кардиология үҙәгенә яңы күсмә кардиология модуле асҡысы тапшырылды. Ике көнгә иҫәпләнгән конгресс барышында секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил медицина сәнәғәте ҡаҙаныштары күргәҙмәһе планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова



