Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Имаева юбилейын ижади кисә менән билдәләне. «Йырҙарымда - тормошом» тип исемләнгән концерт композиторҙың тыуған төйәге Туймазы ҡалаһында үтте. Байрамда ижадсының дуҫтары, билдәле йырсылар, уҡыусылары ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала ҡарағыҙ.
Концерт башлыныуға һанаулы минуттар ҡалһа ла, йола онотолмай. Альбина Имаева йәш тәрбиәләнеүселәрен тамашаға әҙерләй: тауыштарын көйләй, психологик яҡтан әҙерләй. Педагог нигеҙ һалған «Альбина» вокал-хореография студияһы ике тиҫтә йылға яҡын буласаҡ йондоҙҙарҙы әҙерләй.
Студия барлыҡҡа килгәнгә тиклем, Альбина Имаева 30 йыл Туймазы музыкаль мәктәбендә уҡыта. Балалар менән эшләү уға айырыуса оҡшай. Кескәйҙәр ҙә үҙенә тартыла, хөрмәт итә. Махсус үҙ студияһы өсөн Альбина Имаева йөҙҙәрсә балалар йыры яҙа. Улар даими рәүештә халыҡ-ара музыкаль бәйгеләрҙә еңеү яулай. Ә композиторҙың профессиональ артистар өсөн ижад ителгән йырҙары Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡа билдәле йырсыларҙың репертуарын байыта.
Моңға маһирлыҡ уға атаһы яғынан килә. Азат Имаевҡа профессиональ артист булырға насип итмәһә, уның был хыялын ҡыҙы тормошҡа ашыра. Бөгөн Альбина Азат ҡыҙының балалары ла, ейәнсәрҙәре лә музыка менән шөғөлләнә.
Уның йырҙары мөхәббәт, ғаилә, тәбиғәт кеүек мәңгелек темаларға арналған. Ихлас күңел менән яҙылған композицияларҙы тамашасы ла ярата. Халыҡтың юбилей концерты аншлаг менән ҡаршы алыуы, ижадсыға ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә бүләк итеүе лә шул турала һөйләй.
Рәзилә Ғилметдинова



