Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе ойошторолдо


Әсәләрҙең йөрәк ауазы. Ошо исем аҫтында Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында район мәҙәниәт йорттары араһында йыр-моң бәйгеһе тәүгә ойошторолдо. Мәҙәни сараға район һәүәҫкәрҙәренән тыш, Баймаҡ районы йырсылары ла саҡырылғайны. Әсәләргә мәҙхиә йырлаған конкурс хаҡында киләһе яҙмала.

Әсәләр, батыр улдар бөгөн бер-береһенә бәйле иң ҡәҙерле төшөнсәләр. Ватан һаҡсыларына ғүмер биргән гүзәл заттар оло хөрмәткә лайыҡ. Үкенескә, Махсус хәрби улар йөрәге өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Йәмғиәт, айырыуса яугир ғаиләләре оло һынау кисерә. Был ябай булмаған хәлде Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре лә ғорур үткәрә. Борсолоуҙарын һәм һағышты йыр-моң менән баҫырға ынтыла.

Конкурста яуҙа йөрөгән ир-егеттәргә арналған йырҙар айырым урын алды. 12 вокаль ансамбль икешәр йыр башҡарҙы. Махсус хәрби операция башланғандан алып йәнтештәр ҙә Ватан һағына баҫҡан. Ир-уҙамандар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, нацистарҙы еңеү өсөн йәнен-тәнен аямай алыша. Яугирҙарға бағышланған рухлы һәм тәрән мәғәнәле йырҙар әсәләрҙе ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә, ныҡ булырға саҡыра.

Сәмле конкурс хәҙистәргә үрелеп барҙы. Жюри бер тауыштан Оло Әбеш ауылының «Йәнтөйәк» фольклор ансамблен конкурс еңеүсеһе тип таныны. Еңеүселәргә эшҡыуар Йәнтеш ауылы егете Илшат Дәүләтҡолов тарафынан әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Сәхнән яңғыраған йырҙар Еңеүгә, берҙәмлеккә әйҙәй. Конкурс ҡуйған маҡсат та шул. Йәшәүгә дәрт, илһам, еңеүгә көс биреү.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ