Республикала киләһе йылға баҫыу миҙгеленә ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү планы билдәләнде

Ауырғазы районында үткән семинарҙа вице-премьер, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, техниканы ентекле тикшереп, етешһеҙлектәрҙе ҡыштан уҡ бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙы. Бының өсөн техниканы ремонтлаусыларға йылы һәм уңайлы шарттар ойоштороу мөһим. Республика хөкүмәте тарафынан билдәләнгән план буйынса төбәктә тракторҙар 1 февралгә тиклем, сәсеү машиналары 20 мартҡа, ашлама һәм орлоҡтар менән эш итеү техникаһы апрель башына һәм иген һуғыу комбайндары 1 июлгә әҙер булырға тейеш.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ