Яңы Йәнсәйет ауылында 34 йәшлек ир менән улы туңған йылғанан үтергә ниәтләй. Тик боҙ йоҡа булғанлыҡтан, ир һыу аҫтына төшөп китә. Малай тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренә шылтырата һәм ярҙамға саҡыра башлай. Тауышҡа 3 ир йүгереп килеп, зыян күреүсене тартып сығара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Ҡариҙел районында 59 йәшлек велосипедсы боҙ ярылып йылға төбөнә китә. Бер нисә көндән ирҙең кәүҙәһе 9 метр тәрәнлектә табылған. Ә Балтас районы Иҫке Балтас ауылында Танып йылғаһында 61 йәшлек балыҡсы батып үлә. Миҙгелгә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика яуаплы ведомство органдары йылғаларҙа рейд ойошторҙо. Балыҡсыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән иҫкәрмәләр таратты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: һыу ятҡылыҡтары бөтә урында ла бер тигеҙ туңмай. Йылғалар башланған һәм ҡушылған урында, шишмәләрҙә боҙ йоҡараҡ. Ҡотҡарыусылар йылғаға төнгө сәғәттәрҙә сыҡмаҫҡа, боҙҙа уйнаған балаларға иғтибарлы булып, иҫкәртергә саҡыра.



