Баймаҡ районы Темәс ауылында күләмле төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабы тамамланды


«Темәс - беренсе республика йөрәгҽ». «Уңайлы ҡала мөхитҽ» федераль программаһы ярҙамында Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһында күләмле төҙөкләндереү эштәренең беренсе этабы тамамланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Балалар өсөн заман талаптарына яуап биргән уйын майҙансыҡтары, ял итеү урындары, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, спорт мҽнән шөғөлләнеүселәр мөйөшө, әүһәләктәр, бәләкәй архитектура формалары, кискеһен балҡып торған арт‐объект: былар барыһы ла Темәс ауылының үҙәгендә федераль программа ярҙамында булдырылды.

«Рефстройпроект» подрядсы ойошмаһы 2024 йылдың март айында был эште башланы. Төҙөлөшкә дәүләт тарафынан 28 миллиондан ашыу аҡса бүленде. Бөгөнгө көндә проекттың беренсе этабы тамамланды, 2025 йылда ул дауам итәсәк.

Район һәм Темәс ауылы халҡының әүҙемлеге, кесе Ватанына битараф булмауы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектында еңеп сығыуға булышлыҡ итә. Был төҙөкләндерелгән биләмә ауыл халҡының, килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүереләсәгенә шик юҡ.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ