Благовещен ҡалаһында «Озон» компанияһының илдәге иң ҙур логистика үҙәктәренең береһе сафҡа инде


Комплекс юғары сифатлы «А» класы биналарына ҡарай. Ул инновацион материалдар ҡулланып төҙөлгән һәм барлыҡ сифат, хәүефһеҙлек стандарттарына тап килә. Объекты асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу иҡтисадҡа яҡшы йоғонто яһай, бәләкәй һәм урта бизнесҡа үҫешергә мөмкинлек бирә. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе Благовещен ҡалаһының тағы бер нисә объектында булды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Кадет класында уҡыусы һигеҙенселәр коптерҙы йыйырға, һүтергә, уны һауаға күтәреп төрлө маневрҙар эшләргә өйрәнә. Благовещен ҡалаһының Александр Першин исемендәге 4-се мәктәптә яңы уҡыу йылынан алып «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты сиктәрендә дәрестәр алып барыла. Балаларҙы уҡытыу өсөн отпускала булған махсус хәрби операция яугирҙары саҡырыла. Уҡыу процесы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Белем усағы Пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү буйынса класс асылған республикалағы 20 һәм илдәге 200 мәктәп исемлегенә ингән.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашты. Әңгәмә барышында яугирҙар дауалауҙы ойоштороу мәсьәләләрен ҡарау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан башлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм хәрби комиссариат менән берлектәге кәңәшмә үткәреп, был һорауҙы хәл ителәсәген вәғәҙәләне.

Радий Хәбиров быйыл йәй реконструкция кисергән мәктәп ашханаһын да күрҙе. Республика етәксеһе ашнаҡсылар менән һөйләшеп, төбәктә уҡыу йорттарын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү эше яйға һалынғанын билдәләне.

Башҡортостан башлығы менән осрашырға ата-әсәләр комитеты вәкилдәре лә килгән. Улар республика етәксеһен «Сәләмәт йылмайыу» модуле сикәтрендә сафҡа ингән стамотология кабинеты өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бер йыл элек был майҙанда ҡоро ялан була. Әле 25 гектар ерҙә күләмле логистика комплексы сафҡа инде. «Озон» маркетплейсы үҙәге ҙурлығы буйынса Мәскәү өлкәһендәге складтан ғына ҡалыша. Төҙөлөшкә йәлеп ителгән инвестициялар күләме әле үк 6 миллиард һумдан ашҡан. 2024 йыл инвестициялар әүҙемлеге буйынса рекорд ҡуя. 9 ай өсөн мәғлүмәт статистикаһы буйынса инвестициялар үҫеше 25 процентҡа артҡан. Был, әлбиттә, бер нисә йыл элек башланған проекттарҙың һөҙөмтәһе, тине республика етәксеһе.

«Озон» логистика комплексын асыу - власть менән бизнестың проекттарҙы нисек торомошҡа ашырырырға тейешлегенең асыҡ миҫалы. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек инвестиция мөхитен яҡшырта.

Комплексты асыу - лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин ителгән 3 меңгә яҡын эш урыны ғына түгел. Үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа этәргес буласаҡ. Озон маркетплейсында Башҡортостандан 24 меңдән ашыу һатыусы теркәлгән. Логистика комплексы асылыуы уларҙың һанын арттырарға булышлыҡ итәсәк.

Дәүләт ярҙамы саралары юл буйы сервисын үҫтерергә ярҙам итә. Киләһе йылда Благовещен районында кафе, автосервис һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә алған яңы комплекс асыласаҡ. Әйткәндәй, уны башҡорт кавалерия дивизияларының күнекмә лагеры урынында төҙөйҙәр. Әлегә бында күҙәтеү майҙансығы һәм урындағы шишмә тәртипкә килтерелгән.

Бизнес һәм властың үҙ-ара бәйләнеше социаль объекттар булдырырға ла ярҙам итә. Мәҫәлән, Благовщенда әлегә тиклем физкультура-һауыҡтырыу комплексы булмаған. Киләһе йылда бында «Башнефть» компанияһының финанс ярҙамы менән яңы объект сафҡа инәсәк. Проекттың дөйөм суммаһы 571 миллион һум. Спорт комплексында төрлө спорт уйындары өсөн зал, бассейн, көрәш һәм тренажерҙар бүләмһе буласаҡ. Әлеге ваҡытҡа төҙөлөш 75 процентҡа тамамаланған. Тәүге күнекмәләрҙе киләһе йыл майҙа үткәрә башлау күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ