Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһын, легендаһын, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинациялар менән бергә, мәрхәмәтлек эшендә әүҙем ҡатнашҡан замандаштарын билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ике көн дауамында барған тамаша тулы зал йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Радио тулҡындарынан тыш, «Юлдаш»тың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә алып барылған хит парад еңеүселәрен тамашасы үҙе билдәләне. Улар халыҡ алдында бер сәхнәлә сығыш яһаны. Танһыҡ йырҙарға, көй-моңдарға тамашасы ҡушылып йырланы, бер урында түҙеп ултыра алмағандар сығып бейенә лә.
Халыҡсан тамаша, тигәндәй, быйыл юлдаштар йәнә Стәрлетамаҡ тамашасыһына «Беҙ бергә» музыка фестивален ойошторҙо. Ҡаланың Юрий Гагарин исемендәге күңел асыу паркының да инде ул үҙенә күрә визит картаһына әйләнгән, тиһәң дә хата булмаҫ. Уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән парк етәксеһе концерт барышында айырым билдәләнеп үтте.
«Юлдаш» радиоһы йылға йомғаҡ яһап, Яңы йылға яҡты, аныҡ маҡсаттар менән аяҡ баҫа. Сөнки, илдең төп башҡорт радиостанцияһы үҙенең 25 йыллығын билдәләйәсәк. Халыҡҡа еткерер йырҙар, йөҙҙәрсә тамашасыны йыйыр концерттар тағы ла көтөләсәк әле.
Азат Ғәлиуллин



