Башҡортостандың милли батыры мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнеүе ихтимал


Салауат Юлаев һәйкәле мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнеүе ихтимал. Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округынан 25 объектты һайлап алған. Исемлектә урындағы халыҡ өсөн генә түгел, ә бөтә ил өсөн мәҙәни һәм тарихи әһәмиәткә эйә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы, Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы һәм башҡа варианттар тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш.

Купюра варианттары эксперт фекер алышыуҙарынан һуң онлайн-тауыш биреүгә сығарылды. Әле Салауат Юлаев һәйкәле икенсе урында килә. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, һәр ҡатнашыусы бер генә объектты һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған символдарҙы Рәсәй Банкы һәм Дәүләт Тамғаһы рәссамдары банкнотаның күп пландағы композицияһын эшләгәндә ҡулланасаҡ. Банкнотаның йомғаҡлау дизайнын Рәсәй Банкының директорҙар Советы раҫлай. Тауыш биреү 12 декабрҙә мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ