Иртәгә Өфөлә Эшҡыуарҙар көнө ойошторола

Ул Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында үтә. Сарала Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән эксперттар ҡатнаша. Был көндө Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хәләл продукцияны сертификатлау темаһына конференция уҙғара. “Эшлекле Рәсәй” төбәк ойошмаһы интеллектуаль милеккә бәйле түңәрәк өҫтәл ойоштора. Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙар берлеге “Яһалма интеллект. Һанлы технологиялар. Роботлаштырыу” тигән форум-күргәҙмәгә саҡыра. 

Фото №1 - Иртәгә Өфөлә Эшҡыуарҙар көнө ойошторола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ