Мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнәсәк объекттар өсөн тауыш биреү дауам итә. Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округында 25 объектты һайлап алған. Исемлектә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы бинаһы тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш. Еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша асыҡлана. 12 декабргә тиклем Үҙәк Банксайтында тауыш бирергә мөмкин.




