Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, республикала йыл һайын хоккей буйынса төрлө кимәлдәге 40-тан ашыу турнир уҙғарыла. Ҡала һәм райондарҙа хоккей майҙансыҡтары урынлашырыла. Уларҙы һәр ихатала булдырыу маҡсаты ҡуйыла, тине Андрей Назаров.




