Халыҡ-ара иҡтисади йыйын был аҙнала, 5 декабрҙә Өфөлә уҙғарыла. Форум тәүҙә Ҡырымда үткәрелеп килде. Быйыл Өфөлә, халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында ойошторола. Сара ҙур спорт объекты, Көрәш һарайында үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Ялта форумы илдә иң ҙур йыйындарҙың береһе. 90 илдән ҡатнашыусылар көтөлә. Яңы бәйләнештәр булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр бар, тине Радий Хәбиров.




