Бөгөн Башҡортостан Башлығы халыҡ менән аралаша

Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Былтыр Бүздәк районы Бүздәк ауылы кешеләре “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы халыҡ менән аралаша

“Мәсьәлә хәл ителде. Яҡташтарыбыҙ исеменән республика етәксеһенә рәхмәт әйтәбеҙ”, - ти Бүздәктән Азат Ғәлиев.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы халыҡ менән аралаша

Республика халҡы Радий Хәбировҡа төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. “Беҙҙе йәмәғәт транспорты проблемаһы борсой ине. Проблема хәл ителде”, - ти Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында йәшәгән Гөлнара Хөбөтдинова.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы халыҡ менән аралаша

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш иртәгә киске сәғәт 7-лә башлана. Программаны “Юлдаш” радиоһында тыңларға була. БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”,”UTV”,“Вся Уфа” һәм “Сәләм” телеканалдары,  “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә тура трансляция ойошторола. Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлыҡтарына тура элемтәгә әҙер булырға ҡушты.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Башлығы халыҡ менән аралаша
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ