Башҡортостан Афғанстанға етен оҙатҡан

Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 529 тонна тауар ебәрелгән. Продукцияны Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Хәйбулла предприятиелары етештергән. Майлы культура сит илгә сығарыр алдынан лабораторияла тикшерелгән. Ул тейешле талаптарға яуап бирә. Экспортерҙарға фитосанитар сертификат тапшырылған.

Фото №1 - Башҡортостан Афғанстанға етен оҙатҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ