Был турала социаль селтәрҙә Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итә. Яңы 30 километр оҙонлоҡтағы газ үткәргес Йомаш, Ишбирҙе һәм Юлыҡ ауылдарындағы 627 йортто һәм ете ҡаҙанлыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тоташтырҙы. “Объект газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы буйынса төҙөлдө. “Газпром газ бүлеү Өфө” белгестәре 40 километрға яҡын газ бүлеү селтәрҙәре төҙөнө һәм өс газ көйләү пункты урынлаштырҙы”, — тип яҙған Артем Ковшов.




