Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында шағир иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте. Әҙип исемен йөрөткән белем усағында Ейәнсура, Ҡыйғы, Бүздәк, Әбйәлил, Салауат, Баймаҡ - барлығы 6 райондан йыйылған командалар көс һынашты. Волейбол ярышын данлыҡлы гимназия-интернатты тамамлаусы уҡыусылар ойошторҙо. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылған турнирҙа еңеүсе командаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.



