Хөкүәмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң, йәнә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлай Ильясов 2023 йылдың ноябрендә махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә ҡарар итте. Хакимиәт башлығы был ҡарарына тиклем гуманитар миссия менән бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡҡа бара, ә һуңынан яҡташтары менән йәнәш сафта тороуын аңлай. Хәрби хеҙмәткә ул «Самурай» ҡушаматын ала.



