Был ваҡытта ут сыҡҡан фатирҙа өс балаһы менән йөклө ҡатын өйҙә була. Тарттырылған түшәмдең яна башлауын күреп ул балаларын тышҡа алып сыға. Янғын тиҙ арала күрше фатирҙарға, дөйөм коридорға күсеп йорттоң түшәменә тоҡана. Икенсе ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә әсә кеше ике балаһын ғына ҡотҡарып өлгөрә. Йәшенгән өсөнсө сабыйын ул таба алмай. Ҡатын һөрөмгә иҫереп, дауаханаға эләккән, әле ул реанимацияла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынына килеп фатирҙан дүрт йәшлек малайҙың һәм беренсе ҡаттағы фатирҙан һикһән бер йәшлек ҡатындың кәүҙәһен алып сыға. Шулай уҡ дауаханаға 2014 һәм 2018 йылғы балалар мөрәжәғәт итә. Уларҙың хәле уртаса, бөгөнгә тиклем улар табиптар күҙәтеүе аҫтында булды.
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Равдий Хәбиров Ҡалтасы районы хакимиәтенә янғында һәләк булған баланың ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Төбәк башлығы шулай уҡ урындағы чиновниктарға ерләү мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алырға ҡушты.



