Өфөлә инвалидтар өсөн бушлай такси эшләй башланы


Тик уны файҙаланыусылар өсөн ҡулланыу ваҡыты һәм урыны буйынса үҙ тәртибе бар. Юлдарын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова аңлата.

Гүзәл Ноғоманова 40 йылға яҡын инвалид улын тәрбиәләй. Артур эпилепсия синдромлы ДЦП менән яфалана. Әсә әйтеүенсә, һуңғы арала улының аяҡтары йүнләп йөрөмәй, шуға аҙнаһына 4 тапҡыр дауаханаға мөрәжәғәт тура килә. Дауалау учреждениеһына бер тапҡыр барып-килеүгә генә 500 тирәһе һум аҡса сарыф итәләр. Ә бушлай социаль транспорт тураһында белгәс тә, әсә тәүгеләрҙән булып диспетчерға шылтырата.


Пенсияның күп өлөшө дарыуҙарға китә . Шуға бушлай такси булыуы беҙгә, финанс яҡтан, әлбиттә, отошло. Элек йыш ҡына йәйәү ҙә йөрөй торғайныҡ, тик улымдың олоғайған һайын, аяҡтары көсһөҙләнә башланы.

Гүзәл Ноғоманова, әсә

Социаль хеҙмәт менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм I төркөм инвалидтар файҙалана ала. Бер кешенең таксиҙа айына 4 тапҡыр йөрөү хоҡуғы бар. Пассажирҙы бер йәки ике кеше оҙатып бара ала.

Беренсе заявканы юллаған саҡта, паспорт, инвалидлыҡ тураһында таныҡлыҡ, СНИЛС талап ителә. Бушлай такси саҡырыр өсөн, экрандағы телефон һандарына шылтыратырға кәрәк. Тик уның да үҙ тәртибе бар.

Социаль хеҙмәт Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан эшләй башланы. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек аҙналығы ла старт алды. Уның барышында йәрминкә, квн кеүек төрлө саралар ҡаралған.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ