Унда республиканың төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу мәктәп уҡыусыһы-олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары һәм остаздары ҡатнашты.
Форумдың төп маҡсаты - урта һәм өлкән класс уҡыусылары араһында олимпиада хәрәкәтен популярлаштырыу, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарының абруйын күтәреү.
Форум программаһына Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиада һәм конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы, оҫталыҡ дәрестәре һәм интеллектуаль ярыштар инде.



