Наилә Хәмиҙуллинаға - 85. Өфөләге Федор Шаляпин исемендәге концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Наилә Ғәле ҡыҙының юбилей кисәһе үтте. Концерт ижадсының уҡыусылары - билдәле музыканттар сығышы менән оҙатылып барҙы.
Кисә педагогтың ижади эшмәкәрлегенә арналған «Династиялар» циклы фильмын күрһәтеүҙән башланды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Наилә Хәмиҙуллина махсус фортепиано кафедраһы асылғандан алып әлеге көнгә тиклем уҡыта. 55 йыл эсендә 90-ға яҡын уҡыусы тәрбиәләгән. Улар төрлө конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп ижади юлын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә дауам итә.
Наилә Ғәле ҡыҙы республикала фортепиано сәнғәтен яңы кимәлгә күтәреүселәр, Башҡортостан мәҙәниәтен данлаусы уҡыусылар тәрбиәләүселәр рәтендә. Юбилей кисәһендә төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары сығыш яһаны. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Әминә Шафиҡова ла булды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Нилә Хәмиҙуллинаға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы.



