Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында төбәк етәкселәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова уҙғарған «Илдең һаулыҡ һаҡлауы: бөгөн һәм иртәгә» семинарында ҡатнашты.
Семинарҙа беренсел медицина-санитар ярҙамы, ашығыс һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы, махсуслаштырылған ярҙам ойоштороу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары менән көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Кадрҙар менән тәьминәт темаһына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслауға, профилактик сараларға һәм 2025 йылда старт аласаҡ яңы милли проекттарға ла айырым иғтибар бүленде. Рәсәй президенты тарафынан ғүмер оҙонлоғон 2030 йылға 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү бурысы ҡуйылған.
Татьяна Голикова билдәләүенсә, башҡа ил тәжрибәләрен иҫәпкә алғанда, беҙ быны тәьмин итә алабыҙ. «Ил өсөн иң мөһиме - кешеләр. Һәм беҙ көтөлгән ғүмер оҙонлоғо үҫешен генә түгел, шулай уҡ граждандарҙың сәләмәт, әүҙем оҙон ғүмерлелегенә ирешергә тейешбеҙ,»-тине ул. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош», «Сәләмәтлекте һаҡлауҙың яңы технологиялары» тип исемләнгән яңы милли проекттарҙа тап ошо маҡсат өҫтөнлөклө тип алынған.




