Был юлы көнсығыш конференция лидеры ҡаршы тора алманы. Быйылғы миҙгелдә Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Трактор» менән өс тапҡыр осрашып, шуларҙың икәүһендә еңеү яулап өлгөргәйне. Дүртенсе уйын да Өфө клубы файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды.
Уңышҡа Владислав Ефремов, Михаил Науменков, Джошуа Ливо һәм Шелдон Ремпал өлгәште. Еңеүгә Александр Самонов та ҙур өлөш индерҙе. Уның ышыныслы уйыны командаға көс өҫтәй, юҡҡа ғына ул уҙған аҙнала Континенталь хоккей лигаһының иң ышаныслы ҡапҡа һаҡсыһы тип танылманы. Был еңеүҙән һуң «Салауат Юлаев» клубы үҙ конференцияһында икенсе урынды биләй. Шулай ҙа юғалтҡан мәрәйҙәр һаны буйынса яҡташтарыбыҙ беренсе баҫҡыста. Яҡшы уйындары өсөн юлаевсылар бөгөн һәм иртәгә ял итә. Ә бына йома Өфөгә Новосибирскиҙың «Себер» командаһы килә.



