Хәйбулла районында МХО-ла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды


Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар халыҡ хәтерендә. Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды. Келәмдә илленән ашыу йәш спортсы бил һынашты. Сәмле ярыш хаҡында киләһе яҙмала.

Милли көрәш борондан килгән спорт төрө. Таһыллыҡ, яҡшы физик әҙерлек талап иткән спортҡа ата-әсәләр балаларын да ылыҡтыра.Суфиян Кәримов был спортта 11 йәшенән. Уңыш өсөн иң мөһиме көслө тренерҙың еңеүгә рухландырыуы һәм шәхси әҙерлек, ти йәш спортсы.

Милли көрәш буйынса турнир махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарға бағышланды. Ир-егеттәрҙең исемен мәңгеләштереү, егеттәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә бындай ярыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Сәмле ярышҡа тамаша ҡылырға махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ҙа саҡырылғайны.

Милли көрәш буйынса ярыштарҙа 14 ауырлыҡ төркөмөндә Бүребай, Сиҙәм, 1-се Аҡъяр, Татыр-Үҙәк мәктәптәре уҡыусылары майҙан тотто. Көсөргәнешле бәйгелә йәш спортсыларға бер-нисә дәғүәсе менән алышырға тура килде.

Сиҙәм ауылы урта мәктәбе уҡыусылары 2011-се йылғы һәм унан да йәшерәк балалар төркөмөндә еңеү яуланы. Өлкәндәр төркөмөндә иһә күсмә кубок Аҡъяр ауылының беренсе мәктәбенә тапшырылды. Иң йәш көрәшсе тип Аҡъяр урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Артур Аҡҡусҡаров, техник ташлауҙа иһә Сиҙәмдән Илназ Байгилдин иң таһыллы спортсы тип танылды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ