Өфөлә яңыртылғандан һуң балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды


Ул республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән беренсе медицина учреждениеһы. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың тағы ла 4 объектында ремонт эштәре бара. Киләһе йыл федераль программа ярҙамында республиканың 6 районы поликлиникаларын яңыртыу күҙаллана. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Шишәмбе - Өфө поликлиникаларында сәләмәт балалар көнө. Шуға ла медицина учреждениеһында бер йәшкә тиклемге сабыйҙары менән ата-әсәләр бик күп. Кемдер педиатрға күренергә, икенселәр медицина тикшереүен үтеү өсөн махсус килгән. Сират та юҡ. Сөнки, ҡабул итеүҙәр алдан яҙылыу буйынса ойошторолған. Эштең, унан бигерәк яңыртылған поликлиниканың уңайлылығын өс бала тәрбиәләгән Ғүмәровтар ҙа баһаланы.

Әлеге ваҡытта 5-се балалар поликлиникаһы бүлексәһендә бер йәшкә тиклем 117, ә 17 йәшкәсә 3400-гә яҡын бала медицина хеҙмәтләндереүенә беркетелгән, 4 педиатрия участкаһы булдырылған. Уның мөмкинлектәре менән республика башлығы ла яҡындан танышты. Радий Хәбиров педиатр, вакцинация, офтальмолог, шулай уҡ төрлө заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинеттарҙы ҡараны, табиптар һәм пациенттар менән аралашты.

5-се балалар поликлиникаһының модернизацияланыуы Өфөнөң Октябрь районы халҡы өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки, биҫтәлә күп бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләр күп.

Педиатрия бүлегенән тыш, урында һирәк йүнәлешле һөнәр белгестәренә лә ҡабул итеү ойошторолған. Шулай уҡ эндоскопия һәм гастроэнтерология үҙәге лә эш башлаған. Әйткәндәй, 2029 йылға тиклем Өфөнөң 118 медицина объектын яңыртыу күҙаллана. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 3,5 миллиард һум бүленәсәк. Шулай уҡ медицина ҡорамалдары, мебель һәм башҡа кәрәкле техника менән йыһазландырыуға йүнәлтеү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ